Баҡалы районында мобиль бригадалар өс йыл элек төҙөлә

Районда 47 социаль хеҙмәткәр 52 ауылда ярҙам күрһәтә. Хеҙмәт менән өлкән йәштәгеләр, мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм ауыр тормош хәленә ҡалған граждандар ҡуллана ала. Йорт эштәрендә ярҙам күрһәтеүсе мобиль бригадалар эшмәкәрлеге тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

 

Баҡалы районында мобиль бригадалар өс йыл элек төҙөлә

Иртә менән "Газель" тулы ҡатын-ҡыҙҙар Яңы Ҡорос ауылында йәшәгән Әнисә Муллағәлиеваның йортона килде. Мәғариф ветераны 85 йәштә. Балалары Силәбе ҡалаһында төпләнгән. Аҙна һайын ҡайтып йөрөй алмайҙар. Уландары әсәләрен үҙҙәренә йәшәргә лә алып киткән, әммә өлкән йәштәге ханым йортон юҡһынып, яңынан тыуған ауылына ҡайтҡан. Әнисә Лотфрахман ҡыҙының һорауы буйынса мобиль бригадаға тупланған социаль хеҙмәттәр уға йорт эштәрендә булыша, картуф алырға ярҙам итә. .

Рифара Әхмәҙиева, социаль хеҙмәткәр: “Картуфты ултырттыҡ, күмдек, хәҙер сығарабыҙ. Бергә эшләгәс күңеллерәк тә, еңелерәк тә”.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсе төркөмө йорт эштәрендә ярҙамлашты. Түбәне таҙаланы, саң һөрттө, ҡышҡылыҡҡа тәҙрә рамдарын йыуып, ҡатланы. Яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге уҡытыусы мобиль бриагада ҡыҙҙарының эшенән ҡәнәғәт. Улар баҡсала эшләгән һәм йортто йыйыштырған арала йорт хужабикәһе үҙе лә тик торманы.

Баҡалы районында 527 кеше социаль ярҙамға мохтаж. Йорт шарттарында ярҙам күрһәтеүсе мобиль бригадаларҙың һәр көнө планлаштырылған. Улар социаль хеҙмәттәр булмаған төпкөл ауылдарға ла барып етә ала:

Ринат Дәүләтов, коммерция булмаған "Миһырбанлыҡ" автономиялы ойошма директоры: “Беренсе ярты йыллыҡта 19 ауылда беҙҙең мобиль бригада үҙ эшен башҡарҙы, 95 ярҙам күрһәтелде”.

Айҙағол Капитонов Туҡбирҙе ауылында яңғыҙы ғүмер кисерә. Балалары Мәскәүҙә төпләнгән. Тормош иптәшенең вафатына 15 йыл. 86 йәшлек хеҙмәт ветераны төшөнкөлөккә бирелмәй, йортон тәртиптә тоторға тырыша. Үҙе үҫтереп алған ризыҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп әҙерләй. Уның үтенесе буйынса мобиль бригада уға туҡмас та киҫеп бирә.

Айҙағол ағай йәшелсә тоҙлар өсөн мобиль бригада хеҙмәте менән ҡуллана. Йыл һайын көҙгө муллыҡта социаль хемәттәр килеп уға ҡыяр, помидор тоҙларға, алманан повидло яһарға ярҙам итә. Был банкалар һыуынғас, хужа уларҙы мөгәрәпкә төшөрәсәк.

Лимара Сәйәпова, социаль хеҙмәткәр: “Керҙәрен йыуышып, картуфын алышып, бер-беребеҙ менән һөйләшеп китәбеҙ”.

Иҫке Ҡорос ауылынан Тәҡлимә Әхмәтова ла яңғыҙы донъя көтә. Ул ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән. Балалары ла, яҡын туғандары ла юҡ. Мобиль бригада уға ла йорт тирәһен тәртиптә тотоуҙа ҙур ярҙамсы.

Өмәлә ҡатнашыусылар һарыҡ йөнөн ҡырҡышырға ярҙам иттеләр. Күмәкләп тотонғас, тәү ҡарашҡа ауыр күренгән эштәр ҙә тиҙ тамамланды.

Гүзәл Рәшитова, социаль хеҙмәткәр: “Был эштә 16 йыл эшләйем. Улар үҙебеҙҙең инәйҙәр кеүек булып китә. Беҙ ҙә уларға балалар кеүек. Яҡын күрәләр”.

Уңған һәм мәрхәмәтле хеҙмәткәрҙәр ҡараусыһыҙ ҡалған өлкәндәргә түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ярҙам ҡулы һуҙыусылар башҡарған эшенә рәхмәт алып ҡыуана.

Баҡалы районындағы социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе бригадалар үҙен аҡлай. Ҡатын-ҡыҙҙар ауыр эштәрҙе өмәгә йыйылып башҡара. Был ысул һөҙөмтәле. Өлкән йәштәгеләр ҙә уларҙың эшенән ҡәнәғәт.

Прикрепленные файлы
None FD6CE0FD5FFDADAF_(1).mp4
26656 КБ

Версия для печати